

Бөгөнгө көндә рухи ҡомартҡылар ҙа бик ҙур әһәмиәткә эйә, сөнки улар халҡыбыҙ тарихының бер өлөшө.
Ауылыбыҙ хозур тәбиғәте, һулап туйғыһыҙ һауаһы, саф шишмәләре менән дан тота , бынан тыш тәбиғәтебеҙҙең һәр тауы, ташы, йылғаһы, ағасы тарих һөйләй. Бик күп иҫтәлекле урындар бар.
Ауылдан 3-4 километрҙа «Бөркөт тауы» тауы янында "Көтөр батыр" мәмерйәһе урынлашҡан. Легенда буйынса, был мәмерйәлә баярҙарға ҡаршы һуғышта халыҡты яҡлаусы Көтөр батыр дошманды көткән. Жандармдарҙан шунда йәшенеп ятҡан. Мәмерйә эсе ҙур булмаған йортто хәтерләтә, унда бөтә йәшәү шарттары, һауыт-һаба булған, стенала бүре һүрәте төшөрөлгән һәм ғәрәп хәрефтәре менән һүҙҙәр яҙылған.
Бөгөнгө көнгә , төлкөләр һунар ваҡытында инеп йәшенмәһендәр өсөн, мәмерйәгә инеү урыны ҙур таш менән ябылған.
Был мәмерйә ысынынлап та тарих-легендаларға бик бай. Ҡасандыр уның янында элеке Әбүбәкер йәйләүе булған. Әле бөгөн дә тарихты онотмай, киләсәк быуындарға еткереү маҡсатында бик күп саралар үткәрелә. Шуларҙың береһе "Мираҫ"телевизион проекты. Был конкурста ҡатнашып ауыл халғҡы гран при яуланы. Халыҡ - ара һәйкәлдәр һәм тарихи көндәргә бағышланған төрлө тематик дәрестәр, конкурстар, фольклор байрамдары ла үтеп тора. "Көтөр батыр " мәмерйәһе – беҙҙең өсөн ҙур ғорурлыҡ, мәңгелек тарих битендә һаҡланыр.