Өфөлә «Әр-Рәхим» мәсете манараларының береһендә көмбәҙ осоп төшкән, тип яҙа «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.
Урында Граждандарҙы яҡлау идаралығы хеҙмәткәрҙәре эшләй. Бинаның бөтөнлөгө зыян күрмәгән, кешеләр араһында ла зыян күреүселәр юҡ. 70 квадрат метр майҙанда төҙөлөш баҫмалары емерелгән. Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.