

Сибайҙың балалар поликлиникаһында әсә йоҙроҡтары менән педиатрға ташланған. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ул балаһын табипҡа алып килгән, ләкин медиктың бушағанын бер аҙ көтөргә түҙемлеге етмәгән. Ул педиатрға ҡысҡыра башлаған, этеп ебәргән. Улы һәм табиптар ярһыған ҡатынды табиптан айырып алған.
Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә был хәлгә аңлатма бирҙеләр.
«Эске эштәр министрлығының Сибай буйынса идаралығына медицина учреждениеһы хеҙмәткәренең тән йәрәхәттәре алыуы тураһында ғариза килгән. Табипҡа суд-медицина экспертизаһы үтеүгә йүнәлтмә биргәндәр. Әлеге ваҡытта ошо осраҡ буйынса тикшереү бара», — тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығына ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән.