ЙӘМҒИӘТ
3 Март 2023, 07:10

Республикала һауа торошоноң ҡатмарлашыуы сәбәпле М-5 трассаһында йәнә хәрәкәт сикләнде

/

Республикала һауа торошоноң ҡатмарлашыуы сәбәпле М-5 трассаһында йәнә хәрәкәт сикләндеРеспубликала һауа торошоноң ҡатмарлашыуы сәбәпле М-5 трассаһында йәнә хәрәкәт сикләнде
Республикала һауа торошоноң ҡатмарлашыуы сәбәпле М-5 трассаһында йәнә хәрәкәт сикләнде
 

Башҡортостанда иртәнсәк кенә М-5 трассаһында хәрәкәтте сикләү ғәмәлдән сығарылғайны, республиканың Транспорт министрлығынан йәнә ошо магистралдең бер нисә участкаһын ваҡытлыса ябыу тураһында хәбәр килде.

3 мартта иртәнге сәғәт 9-ҙан М-5 «Урал» автомобиль юлы участкаһында пассажир автобустары, маршрут һәм еңел таксиҙар өсөн Башҡортостан сигенән алып  Ҡатаутамаҡ боролошона, йөк транспорты өсөн Башҡортостан сигенән Сыбаркүл юл үткәргесенә тиклем хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә.

Сәбәбе – көслө ел, һепертмә буран, көслө ҡар, күреү мөмкинлегенең кәмей.

Водителдәргә һауа торошо яҡшырғансы трассаға сыҡмаҫҡа кәңәш итәләр.

 

Автор:
Читайте нас