

Әбүбәкер ауылында "Илһөйәрлек рухы һүнмәһен " исемле бик бай йөкмәткеле тыуған яҡты өйрәнеү уҡыуҙары булып үтте. Унда ҡатнашыусылар төрлө номинацияларҙа сығыш яһанылар. Бигерәк тә Билалов Илгиз Шәмсетдин улы тарафынан әҙерләнгән "Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар " фәнни -тикшеренеү эше мәғлүмәттәргә бик бай булһа, Балдыбаев Йәмил Сабирйән улының тыуған колхозыбыҙ "Красный Доброволец "тураһындағы сығышы ҡыҙыҡлы һәм асыштарға бай булды. Шулай уҡ 2023 йыл Рәсәйҙә Уҡытыусы һәм остаз йылы булыу айҡанлы Билалова Гүзәл Оморҙаҡ ҡыҙының сығышы актуаллеге менән айырылып торҙо. Шуныһы ҡыуаныслы, был тыуған яҡты өйрәнеү уҡыуҙарында мәктәп укыусыларының һәм студенттарҙың күпләп ҡатнашыуы бик шатлыҡлы. 8 класс уҡыусыһы Билалов Батырхан тыңлаусыларҙы тыуған яҡ буйлап туристик маршрут буйлап йөрөтһә, 7 класс укыусыһы Сарьян Билалов тыуған яғыбыҙҙың Ҡызыл китабына ингән үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһы менән таныштырҙы.Байрамғолова Айһылыу үҙенең ижады шәхестәргә бай булған ғаилә тарихын бәйән итте. Сибай педагогия колледжының 4 курс студенты Акилова Мәҙинә яҡташыбыҙ Сулпан Билалованың ижадына байҡау яһаһа, Байрамғолова Айгөл Стәрлетамаҡ мәҙәни -ағартыу техникумының 3 курс студенты олатаһының тормош юлын асып һалды. Ауылдаштарҙың яҙмыштарын асыҡлау, тормошона баһа биреү, тыуған яҡтың тарихын барлау, байҡау яһау ауылдаштар өсөн файҙалы һәм фәһемле булыр тип ышанабыҙ!
#АйыҡАуыл2022
#ТрезвоеСело2022
#ҠОРОЛТАЙКУРУЛТАЙ