

КПРФ Дәүләт Думаһына мәктәптәрҙә Рәсәй флагы менән бергә Еңеү байрағының күсермәһен элеү тураһында проект индерҙе, тип хәбәр итә ТАСС.
Авторҙар әйтеүенсә, закон проекты йәштәр араһында илһөйәрлек ҡараштарын үҫтереү һәм тарихты өйрәнеүҙең мөһимлегенә иғтибарҙы йәлеп итеү өсөн әҙерләнгән.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, Башҡортостанда Еңеү көнөндә дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдары биналарына Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт флагтары, муниципаль берәмек флагы менән бергә Еңеү Байрағының күсермәләрелә эленә. «Башҡортостан Республикаһы асыҡ власть органдарының Еңеү байрағы күсермәләрен ҡулланыуы тураһында» закон проектын Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаттары беренсе уҡыуҙа ҡабул иткәйне.