ЙӘМҒИӘТ
26 Февраль 2023, 14:44

Әбүбәкерҙә ир-егеттәргә хас шөғөлдәр тергеҙелә!

Ильяс Ҡәйепов ағастан юнып, йышып, семәрләп төрлө әйберҙәр эшләү менән мауыға. Күптәргә тәү ҡарашҡа бик ябай күренгән төрлө түмәр йәки ағас ботаҡтарын урмандан алып ҡайта һәм үҙенең оҫта ҡулдары менән уларҙан ысын мөғжизә тыуҙыра. Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, тигәндәй, ул шулай уҡ төбәктә оҫта быймасы булараҡ та киң танылған.

Әбүбәкерҙә ир-егеттәргә хас шөғөлдәр тергеҙелә!Әбүбәкерҙә ир-егеттәргә хас шөғөлдәр тергеҙелә!
Әбүбәкерҙә ир-егеттәргә хас шөғөлдәр тергеҙелә!

– Быйма баҫыу минең күңелдә бала саҡтан йөрөнө, – тип һүҙ башланы Ильяс Сәғәҙей улы. – Хәтерләһәгеҙ, элегерәк ауылдарҙа быйма баҫыусылар йөрөй торғайны, кемдер уларҙы аласығына индерә, һәм шунда ауыл халҡына быйма баҫалар. Беҙҙең күрше Атингән ауылында ла бар ине быйма баҫыусылар. Мин улар янына барырға яраттым, нисектер был шөғөл баштан күңелемә оҡшаны. Аҡрынлап эштең барышын, нимә артынан ни эшләргә икәнлеген күңелемә һала барҙым. “Миңә лә өйрәтегеҙ” тигән үтенесемә улар ҡул һелтәп кенә ҡуйҙы. Әрменән ҡайтҡас, был шөғөлгә ныҡлап тотондом. Тәүге быймам икеһе ике төрлө килбәтһеҙ генә килеп сыҡты. Шулай ҙа быйма һыны килтереп сыға алыуыма шатландым, артабан үҙем баҫҡан бер нисә быймам маҡтанырлыҡ булмаһа ла, уларҙы күршеләремә бүләк иттем. Көн һайын күреп йөрөйөм, үҙҙәре лә әйтә: “Был ерен шулайыраҡ итергә кәрәк булған”, “Был яғы ҡыйышыраҡ”, “Быныһы ултырҙы” һәм башҡа шундай фекерҙәрҙе ишетеп, үҙемсә һығымта яһап, эште дауам иттем. 1990 йылдарҙан ошо кәсеп менән шөғөлләнәм, әле лә теләүселәргә заказ буйынса йылы, йомшаҡ быймалар баҫып бирәм. Быйма баҫыу, мәшәҡәтле булһа ла, күңелемә бик яҡын һәм ҡәҙерле. Тик ул миҙгелле шөғөл.
Ата-бабаларҙан ҡалған боронғо шөғөлдө үҙ иткән Әбүбәкер ир-егеттәренә “афарин” тиергә генә ҡала.

Кәримә Усманова.

#АуылымОҫталары
#Айыҡауыл2022
#ТрезвоеСело2022

https://vk.com/abu_sdk

 

Автор:
Читайте нас