

Республикала Файҙалы ғәмәлдәр йылы сиктәрендә «Яҡташлыҡ көсө» форумы уҙғарыла. Радий Хәбиров ҡул ҡуйған тейешле указ хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.
Документҡа ярашлы, форум 5 майҙа Өфөлә була. Сараға әҙерлек һәм уны уҙғарыу өсөн ойоштороу комитеты төҙөлә, уны Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин етәкләй. Шулай уҡ комитет сотавына уның беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев, Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова, Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова, республика министрлыҡтары һәм ведомстволары, шулай уҡ баш ҡала хакимиәте вәкилдәре инде.
Ойоштороу комитетына сараның программаһын әҙерләргә һәм раҫларға тейеш. Указдың үтәлешен контролдә тотоу төбәк етәксеһе хакимиәтенә йөкмәтелгән.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, 2023 йыл Башҡортостанда Атайсал өсөн изге ғәмәлдәр йылы тип иғлан ителде.
https://www.bashinform.ru/news/social/2023-02-15/v-ufe-proydet-forum-sila-zemlyachestva-3143976