ЙӘМҒИӘТ
10 Февраль 2023, 05:57

Өфөлә Республика балалар дауаханаһы пациенттары өсөн шахмат класы асылды

/

Өфөлә Республика балалар дауаханаһы пациенттары өсөн шахмат класы асылдыӨфөлә Республика балалар дауаханаһы пациенттары өсөн шахмат класы асылды
Өфөлә Республика балалар дауаханаһы пациенттары өсөн шахмат класы асылды

Өфөлә Республика балалар клиник дауаханаһы пациенттары өсөн шахмат класы асылды. Социаль проектты «Толпар» шахмат клубы һәм «Берҙәм Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәте» хәрәкәте тормошҡа ашырған.

Балаларға кәрәкле шахмат инвентарын һәм уҡыу әҙәбиәтен «Толпар» спорт клубы директоры, Евразия халыҡтары ассамблеяһының Башҡортостандағы вәкиллеге ағзаһы Әмир Даукаев бүләк иткән. Проект Башҡортостан Спорт министрлығының 100 йыллығына арналған, тип билдәләне ул.

«Республика балалар клиник дауаханаһында дауаланған малайҙар һәм ҡыҙҙар шахмат уйнарға өйрәнергә һәм белемдәрен камиллаштырырға мөмкин. Бында балалар өсөн «Дуҫлыҡ» турниры уҙғарырбыҙ», — тип пландары менән уртаҡлашты Даукаев.
 
Фото:Башҡортостандың Спорт министрлығы
 
 
 
Автор:
Читайте нас