Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
8 Февраль 2023, 12:15

Башҡортостанда 60-тан ашыу күп балалы ҡатын-ҡыҙ «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнә

/

Башҡортостанда 60-тан ашыу күп балалы ҡатын-ҡыҙ «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнә
Башҡортостанда 60-тан ашыу күп балалы ҡатын-ҡыҙ «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнә
 

Башҡортостанда биш һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән 60-тан ашыу ҡатын-ҡыҙға «Әсәлек даны» миҙалы тапшырыла. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тейешле указға ҡул ҡуйған. Документ хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.

Бүләкләнеүселәр араһында республиканың 30 районынан һәм биш ҡалаһынан: Октябрьскийҙан, Нефтекаманан, Сибайҙан, Стәрлетамаҡтан һәм Өфөнән күп балалы әсәләр бар. Тулы исемлек менән бында танышырға мөмкин.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, миҙал 1998 йылда булдырылған. Ошо ваҡыт эсендә уға һигеҙ меңдән ашыу ҡатын-ҡыҙ лайыҡ булған. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнгән күп балалы әсәләргә 50 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләү билдәләнгән. Быға тиклем уның күләме 17 241 һум ине.

Фото:Олег Яровиков.

https://bash.bashinform.ru/news/social/2023-02-08/bash-ortostanda-60-tan-ashyu-k-p-balaly-atyn-y-s-lek-dany-mi-aly-men-n-b-l-kl-n-3134770

 

Автор:
Читайте нас: