Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
8 Февраль 2023, 11:53

Әбүбәкерҙә ир-егеттәргә хас шөғөлдәр тергеҙелә!

Ауылда бер аҙ онотола барған ир-егет кәсептәре тергеҙелә бара. Мәҫәлән, йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, оҫта ҡуллы Әғзәм Зәкиров ауыл ир-егеттәрен арҡан ишеү, йүгән, ҡамсы һәм сыбыртҡы үреү серҙәрен өйрәтә, оҫталыҡ дәрестәре күрһәтә.

– Мин был шөғөлгә атайымдан өйрәндем. Беҙҙең ғаиләлә – биш малай һәм бер ҡыҙ. Ағай-ҡустыла­рымдың барыһы ла ҡул эштәренә оҫта. Арҡан ишеү өсөн ныҡлы бауҙы кибеттән һайлап йөрөп алырға мөмкин, ә бына уны ишеү ғәмәле бер аҙ оҫталыҡ талап итә. Ҡамсыны ҡыҙҙарҙың сәсен үргән кеүек үрәбеҙ ҙә аҙаҡ ошолай итеп нығытып ҡуябыҙ, – тип күрһәтеп, аңлатып эш барышы менән таныштырҙы ул.
Заказсыларға егет йүгән, ҡамсы һәм сыбыртҡы үреп бирә. Хаҡы ла ҡыйбат түгел, яҡынса 500–600 һум тирәһе. Ат тотоусылар һәм көтөүселәр күберәк сыбыртҡы менән ҡамсыға заказ бирә, тине әңгәмәсем.

Кәримә Усманова.

#АуылымОҫталары
#Айыҡауыл2022
#ТрезвоеСело2022
ҠОРОЛТАЙ/КУРУЛТАЙ

https://vk.com/abu_sdk

Автор:
Читайте нас: