Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
6 Февраль 2023, 14:39

Биометрик сит ил паспорттарын сығарыу туҡтатылды

Электрон мәғлүмәт йөрөтөүсе яңы өлгөләге сит ил паспортына ғаризалар ҙа ваҡытлыса ҡабул ителмәй.

Биометрик сит ил паспорттарын сығарыу туҡтатылды
Биометрик сит ил паспорттарын сығарыу туҡтатылды

10 йылға иҫәпләнгән биометрик сит ил паспорттары сығарыу туҡтатылды

 Электрон мәғлүмәт йөрөтөүсе яңы өлгөләге сит ил паспортына ғаризалар ҙа ваҡытлыса ҡабул ителмәй.

10 йылға иҫәпләнгән сит ил паспорты алыуға документтар тапшырған булһағыҙ, артабан нимә эшләргә кәрәклеген Башҡортостан Республикаһының Күп функциялы үҙәге белгестәре аңлата:

  Көтөргә - бөтә паспорттар рәсмиләштерелеп, әҙерлек кимәленә ҡарап биреләсәк.

  Тиҙ арала Рәсәйҙән ситкә сығырға кәрәк икән, миграция мәсьәләләре буйынса бүлеккә мөрәжәғәт итегеҙ. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә биш йыллыҡ сит ил паспорты эшләп бирерҙәр. Биометрик паспорт өсөн дәүләт пошлинаһын кире ҡайтаралар, ә биш йыллыҡ өсөн түләргә кәрәк була.

  Документтарығыҙҙы Дәүләт хеҙмәттәре аша тултырған булһағыҙ, ведомствонан яуап көтөгөҙ һәм күрһәтмә буйынса эш итегеҙ.

Паспорт эшләүҙе туҡтатыу сәбәбе нимәлә?

Биометрик сит ил паспорттары эшләүҙе туҡтатыу микросхемаларға һорауҙың ҙур булыуына бәйле.

Ошондай паспорттар етештереүҙе тергеҙеү һәм булған ихтыяжды ҡәнәғәтләндереү өсөн «Микрон» акционерҙар йәмғиәтенең микросхемалар етештереүсеһе ҡорамалдарҙы яңынан көйләй һәм технологик процестарҙы ҡулайлаштыра.

Яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса, ошо эштәр тамамланғас, сит ил паспорттары етештереү бер ай эсендә тергеҙеләсәк.

 Тағы нимә белеү мотлаҡ?

Биш йылға иҫәпләнгән сит ил паспортын Башҡортостан Республикаһы Күп функциялы үҙәгенең барлыҡ офистары аша юлларға мөмкин. Адрестары түбәндәге сайтта: https://mfcrb.ru/?page_id=4014

Фото: “Аңлатабыҙ. Башҡортостан” төркөмөнән.

 

https://dimbuizary.ru/articles/novosti/2023-02-04/biometrik-sit-il-pasporttaryn-sy-aryu-tu-tatyldy-3130311

 

Автор:
Читайте нас: