Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
3 Февраль 2023, 10:44

Баш ҡаланың 3-сө бала табыу йорто перинаталь үҙәк итеп үҙгәртелде

/

Баш ҡаланың 3-сө бала табыу йорто перинаталь үҙәк итеп үҙгәртелде
Баш ҡаланың 3-сө бала табыу йорто перинаталь үҙәк итеп үҙгәртелде
 

Өфөнөң 3-сө бала табыу йорто ҡала клиник перинаталь үҙәге итеп үҙгәртелде. «Башинформ»ға баш табип Зөһрә Гурованан билдәле булыуынса, 1 февралдән медицина учреждениеһы яңы статусҡа эйә булды.

3-сө бала табыу йорто – баш ҡаланың күптәнге бала табыу йорттарының береһе. 1958 йылдың эҫе июнь айында бында тәүге бала донъяға ауаз һалған.

Бала табыу йортонда ике ҡатын-ҡыҙ консультацияһы эшләй. 2014 йылда 2-се ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһында – ҡатын-ҡыҙҙарҙы медицина- реабилитациялау бүлеге, ә 2016 йылда «Аҡ Роза» ҡатын-ҡыҙ һаулығын тикшереү үҙәге асылды.

 

Фото:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы.

Автор:Ләйсән Закирова.
 
 

 https://bash.bashinform.ru/news/social/2023-02-03/f-n-3-s-bala-tabyu-yorto-perinatal-k-itep-g-rtelde-3128905

 

Автор:
Читайте нас: