Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
3 Февраль 2023, 09:55

1 марттан республика мәктәптәренә, балалар баҡсаларына һәм дауаханаларына газ бушлай үткәрелә

/

1 марттан республика мәктәптәренә, балалар баҡсаларына һәм дауаханаларына газ бушлай үткәрелә
1 марттан республика мәктәптәренә, балалар баҡсаларына һәм дауаханаларына газ бушлай үткәрелә

2023 йылдың 1 мартынан Башҡортостан мәктәптәрен, балалар баҡсаларын, дауаханаларын һәм башҡа социаль учреждениеларын газ менән тәьмин итеү бушлай ойошторола.

Был хаҡта «Сәләм» тапшырыуы эфирында Республика менән идара итеү үҙәгенән «Газпром төбәк-ара газ Өфө»нөң генераль директоры Альберт Лоҡманов һөйләне.

«1 марттан хөкүмәттең технологик тоташтырыу тәртибе тураһында ҡарарына үҙгәрештәр көсөнә инә — йәғни беҙ белем биреү һәм медицина учреждениелары участкалары сигенә тиклем газды бушлай һуҙабыҙ. Был сығымдарҙы кәметергә һәм ошо мәсьәләне хәл итеүҙе еңеләйтергә тейеш», — тип билдәләне ул.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, газ менән тәьмин итеүҙе һәм газ үткәреүҙе үҫтереү программаһы сиктәрендә 2021-2025 йылдарҙа Башҡортостанда 25 меңгә яҡын йортҡа һәм 277 ҡаҙанлыҡҡа газ үткәреү планлаштырыла. 

 

https://bash.bashinform.ru/news/social/2023-02-01/1-marttan-respublika-m-kt-pt-ren-balalar-ba-salaryna-m-dauahanalaryna-gaz-bushlay-tk-rel-3125961

 

Автор:
Читайте нас: