ЙӘМҒИӘТ
2 Февраль 2023, 05:26

Синоптиктар Башҡортостанда февраль айына һауа торошо фаразланы

/

Синоптиктар Башҡортостанда февраль айына һауа торошо фаразланыСиноптиктар Башҡортостанда февраль айына һауа торошо фаразланы
Синоптиктар Башҡортостанда февраль айына һауа торошо фаразланы
 

Рәсәй Гидрометеоүҙәге хәбәр итеүенсә, февралдә Башҡортостанда уртаса айлыҡ һауа температураһының нормаға ярашлы (-11,7 градус) булыуы көтөлә. Айлыҡ яуым-төшөмдөң дә нормаға ярашлы булыуы күҙаллана (20-40 миллиметр).

Бөгөн, 2 февралдә, урыны менән бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Ел көнсығыштан, көньяҡ-көнсығыштан талғын. Һауа температураһы -6, -11, урыны менән -1 градус.

Йома, 3 февралдә, яуым-төшөмһөҙ. Ел көньяҡ-көнсығыштан талғын. Төндә -10, -15, аяҙытҡанда -18, -23, көндөҙ -3, -8, урыны менән -13-кә тиклем һалҡын була.

Шәмбе, 4 февралдә, урыны менән бер аҙ ҡар, боҙлауыҡ фаразлана. Ел көньяҡ-көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә -8, -13, аяҙытҡанда -16, -21, көндөҙ -1, -6, көньяҡ-көнсығышта -11 градусҡа тиклем.

 

Фото:Ксения Калинина.

https://bash.bashinform.ru/news/social/2023-02-02/sinoptiktar-bash-ortostanda-fevral-ayyna-aua-torosho-farazlany-3127371

 

Автор:
Читайте нас