Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
2 Февраль 2023, 15:14

Башҡортостан йыл йомғаҡтары буйынса илдең иң хәүефһеҙ төбәктәре иҫәбенә инде

/

Башҡортостан йыл йомғаҡтары буйынса илдең иң хәүефһеҙ төбәктәре иҫәбенә инде
Башҡортостан йыл йомғаҡтары буйынса илдең иң хәүефһеҙ төбәктәре иҫәбенә инде
 

Рәсәй Генераль прокуратураһының рәсми статистикаһы сайтында баҫылған 2022 йыл йомғаҡтарына ярашлы, республикала 1000 кешегә иҫәпләгәндә 50 751 йәки 12,7 енәйәт ҡылынған, был илдәге уртаса күрһәткестән түбәнерәк  – 13,87 енәйәт. Башҡортостан исемлектә 49-сы урында тора. Рейтингта илдең яңы төбәктәре иҫәпкә алынмаған. Илдең хәүефле төбәктәрендә – Амур өлкәһендә һәм Алтай крайында 1000 кешегә 21 енәйәт ҡылынған - Башҡортостанға ҡарағанда 40% күберәк.

2015 йылдан башлап республикала енәйәттәр һаны йылдан-йыл кәмей бара. Бынан алда хоҡуҡ һаҡлаусылар 57 меңдән ашыу енәйәт теркәгән, йәғни һуңғы дүрт йылда уларҙың һаны 11,6% кәмегән.

 

Фото:Олег Яровиков.

 

https://bash.bashinform.ru/news/social/2023-02-02/bash-ortostan-yyl-yom-a-tary-buyynsa-ilde-i-h-ef-e-t-b-kt-re-i-ben-inde-3128006

 

Автор:
Читайте нас: