Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
2 Февраль 2023, 10:33

74 йәшлек пенсионер аҡса арттырам тип, булғанынан да ҡолаҡ ҡаҡҡан

Өфө ҡалаһында йәшәгән пенсионерға бер ир шылтыратып, аҡса арттырыу юлын өйрәтә.

74 йәшлек пенсионер аҡса арттырам тип, булғанынан да ҡолаҡ ҡаҡҡан
74 йәшлек пенсионер аҡса арттырам тип, булғанынан да ҡолаҡ ҡаҡҡан

Әлеге ваҡытта үҙендә булған аҡсаны өсләтә алырға була икәненә күндерә. Пенсионер әйткән номерға 1 миллион һум аҡсаһын күсерә һәм иркен йәшәрен күҙ алдына килтереп, татлы уйҙарға бирелә. Брокер бабайға бүтән шылтыратмағас, уны алдағандарын аңлай һәм полицияға мөрәжәғәт итә.

Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:
Читайте нас: