ЙӘМҒИӘТ
16 Декабрь 2022, 09:25

Радий Хәбиров йөклө ҡатын-ҡыҙҙарға һәм 17 йәшкә тиклемге балаһы булған ғаиләләргә пособие тураһында указға ҡул ҡуйҙы

/

Радий Хәбиров йөклө ҡатын-ҡыҙҙарға һәм 17 йәшкә тиклемге балаһы булған ғаиләләргә пособие тураһында указға ҡул ҡуйҙыРадий Хәбиров йөклө ҡатын-ҡыҙҙарға һәм 17 йәшкә тиклемге балаһы булған ғаиләләргә пособие тураһында указға ҡул ҡуйҙы
Радий Хәбиров йөклө ҡатын-ҡыҙҙарға һәм 17 йәшкә тиклемге балаһы булған ғаиләләргә пособие тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров йөклө ҡатын-ҡыҙҙар һәм 17 йәшкә тиклемге балаһы булған ғаиләләргә пособие түләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Документ Башҡортостан Республикаһының рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.

2023 йылдың 1 ғинуарынан Башҡортостанда мохтаж йөклө ҡатын-ҡыҙҙарға һәм 17 йәшкәсә бала тәрбиәләгән ғаиләләр өсөн айлыҡ пособиелар билдәләнә. Аҡса алыусылар Башҡортостан биләмәһендә йәшәргә, ә йән башына уртаса килем төбәктәге йәшәү минимумынан артмаҫҡа тейеш.

Пособиеға иртә иҫәпкә торған ауырлы ҡатын-ҡыҙҙар, шулай уҡ 17 йәшкә тиклемге балаһы булған ғаиләләр дәғүә итә ала.

Түләүҙәр эшкә һәләтле халыҡтың йәшәү минимумы дәүмәленән 50, 75 йәки 100% тәшкил итә.

Республиа Хеҙмәт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостан Башлығы указы республикабыҙ биләмәһендә берҙәм пособие тураһында федераль законды тормошҡа ашырыу өсөн ҡабул ителгән. 2023 йылдың 1 ғинуарынан Пенсия һәм социаль страховкалау фонды берҙәм пособие тәғәйенләй һәм түләй башлай.

 

https://bash.bashinform.ru/news/social/2022-12-16/radiy-h-birov-y-kl-atyn-y-ar-a-m-17-y-shk-tiklemge-bala-y-bul-an-ail-l-rg-posobie-tura-ynda-ukaz-a-ul-uy-y-3075268

Автор:
Читайте нас