ЙӘМҒИӘТ
15 Декабрь 2022, 09:25

Юлдар тураһында

Ике йылдан кәм ваҡыт арауығында республикала 2 мең км юлдар һәм 3 мең погон метр күперҙәр ремонтланған.

Юлдар тураһындаЮлдар тураһында
Юлдар тураһында

Ике йылдан кәм ваҡыт арауығында республикала 2 мең км юлдар һәм 3 мең погон метр күперҙәр ремонтланған.

Был һандарҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депуттарына йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһендә килтерҙе.

“Хәйбулла һәм Баймаҡ райондары халҡы алдында һүҙ бирәм: киләһе яҙ “Сибай – Аҡъяр” юлын ремонтлай башлайбыҙ. Эштәр 2024 йылда тамамланасаҡ”, - тине төбәк етәксеһе.

Республика Хөкүмәтенә 2023 йылда юлдарҙы төҙөкләндереү өсөн өҫтәмә 4 млрд һум аҡса бүлергә ҡушты. Шул иҫәптән һәр муниципаль районға ошо маҡсатта тотоноу өсөн 10-ар миллино һум аҡса алырға тейеш, тине.  

 

https://bashkizi.ru/news/-u--iy-ili-tar/2022-12-15/yuldar-tura-ynda-3073335

Автор:
Читайте нас