

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһен тәҡдим итте. Уны депуттар менән бергә власть органдары вәкилдәре, йәмәғәтселәр, ғалимдар, дин әһелдәре һәм башҡалар тыңланы. Араларында “БР Ветерандар ойошмалары берләшмәһе” ассоциацияһы рәйесе, “Хәрби туғанлыҡ” ойошмаһы советы рәйесе Хәйрәт Таҡтаев та булды. Мөрәжәғәтнамәне тыңлап бөткәс, ул беҙҙең менән фекерҙәре тураһында уртаҡлашты.
– Йыл һайын Башлыҡтың Мөрәжәғәтнамәһен тыңлайым. Быйыл ул бик көслө булды тип иҫәпләйем. Радий Фәрит улы иң башта уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан егеттәргә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү темаһынан башланы. Беҙҙең башҡорт халҡында патриотизм бик көслө. Ҡаһармандар рухы элек-электән килә, Бөйөк Ватан һуғышы осоронда ла, Афған, Чечня яуҙарында ла башҡорттар айырылып торған. Бөгөн дә республикабыҙ егеттәре өс батальонға берләште. Бындай һанды күп төбәктәр бирә алмай әле. Өлөшләтә мобилизацияға эләккәндәр ҙә күтәренке рух менән юлланды һәм батырлыҡ күрһәтә башланы. Геройҙар, дәүләт наградалары алған егеттәребеҙ бихисап. Беҙ улар менән ғорурланабыҙ һәм бында уларҙың ғаиләләренә һәм яҡындарына ярҙам итергә тырышабыҙ.
Бынан тыш республика етәксеһенең ауыл хужалығына ярҙам темаһына ҡағылышлы һөйләгәне күңелгә ятты. Мин үҙем элекке комбайнсы булғас, был тема бик яҡын. Аҡъяр – Сибай юлының төҙөкләндерелеүе ҡыуандырҙы, – тине ул.
Автор фотоһы.