ЙӘМҒИӘТ
6 Декабрь 2022, 07:04

Башҡортостанда 18 декабрҙән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары шифаханаларҙа ял итергә мөмкин

/

Башҡортостанда 18 декабрҙән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары шифаханаларҙа ял итергә мөмкинБашҡортостанда 18 декабрҙән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары шифаханаларҙа ял итергә мөмкин
Башҡортостанда 18 декабрҙән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары шифаханаларҙа ял итергә мөмкин

Ошо айҙа уҡ Башҡортостан Мәғариф министрлығының махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларын ял иттереү һәм һауыҡтырыу буйынса программаһы эшләй башлай. 18 декабрҙән ата-әсәләрҙең республика шифаханаларына юллама алыу мөмкинлеге бар. Был хаҡта хәрбиҙәрҙең ғаиләләренә социаль ярҙам сараларына арналған брифингта мәғариф министры урынбаҫары Инесса Косолапова белдерҙе.

«Йыл әйләнәһенә, 14 көн һайын балаларҙы профилле сменаларға ял итергә ебәрәбеҙ. Әлеге ярҙам төрө менән файҙаланыу өсөн мәғариф бүлегенә мөрәжәғәт итергә, ғариза, хәрби комиссариаттан белешмә килтерергә кәрәк», - тине Инесса Косолапова.

 

Автор:Ләйсән Закирова.
 
https://bash.bashinform.ru/news/social/2022-12-06/bash-ortostanda-18-dekabr-n-mahsus-h-rbi-operatsiyala-atnashyusylar-y-balalary-shifahanalar-a-yal-iterg-m-mkin-3059221
Автор:
Читайте нас