Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
24 Ноябрь , 15:51

Үпкә хисен нисек еңергә?

Ҡайһы ваҡыт беҙ кешегә юҡҡа ғына үпкәләйбеҙ. Ул үпкә хисе үҙебеҙгә лә ауырлыҡ килтерә, эстән кимерә. Ундай хәлдә булмау өсөн түбәндәге кәңәштәргә ҡолаҡ һалығыҙ.

Үпкә хисен нисек еңергә?
Үпкә хисен нисек еңергә?

Үпкә хисен нисек еңергә?

Ҡайһы ваҡыт беҙ кешегә юҡҡа ғына үпкәләйбеҙ. Ул үпкә хисе үҙебеҙгә лә ауырлыҡ килтерә, эстән кимерә. Ундай хәлдә булмау өсөн түбәндәге кәңәштәргә ҡолаҡ һалығыҙ.

Үпкә хисен эстә һаҡларға ярамай. Берәй предметты, мендәрҙеме алдығыҙға ултыртып алығыҙ ҙа, һеҙҙең хәтерегеҙҙе ҡалдырған кешене күҙ алдына килтереп, рәхәтләнеп уйлағандарығыҙҙы һөйләгеҙ.

Илауҙан ҡурҡмағыҙ, рәхәтләнеп илап алығыҙ.

Үпкәләткән кешегә хат яҙығыҙ. Һуңынан уны яндырығыҙ.

Һеҙҙе рәнйеткән кеше менән хәлде уртанан-уртаға һалып һөйләшеү ҙә хәлде еңеләйтә. Бәлки ул һеҙҙең күңелегеҙҙе ҡыйырға теләмәгәндер.

Үпкәләткән кешегә нисек үпкәләргә ти?! Ул һеҙҙең көсһөҙ яҡтарығыҙҙы, кәмселектәрегеҙҙе әйткән бит. Уға рәхмәт әйтегеҙ, холҡоғоҙҙо, фекерегеҙҙе үҙгәртегеҙ! Үпкәләгән өсөн үҙ-үҙегеҙҙе ғәфү итегеҙ.

Үпкә хисе кешелә төрлө ауырыуҙар тыуҙырғанын да онотмағыҙ. Кеше һеҙҙең яҙмышығыҙҙа тәрән яралар ҡалдырһа ла, ни тиклем ауыр булһа ла, ғәфү итегеҙ. Шунһыҙ яңы тормош башлап булмаясаҡ.

Автор:Розалия Назарова.
https://dairagazite.ru/articles/a-la-an-a-ishara/2022-11-23/pk-hisen-nisek-e-erg-3042536
 
Автор:
Читайте нас в