Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
24 Ноябрь , 11:31

Медицина полисы буйынса мәғлүмәттәрҙе яңыртырға кәрәк

Иғтибар! Үҙгәрештәр ошо йылдың 1 декабренән ғәмәлгә инә.

Медицина полисы буйынса мәғлүмәттәрҙе яңыртырға кәрәк
Медицина полисы буйынса мәғлүмәттәрҙе яңыртырға кәрәк

2022 йылдың 1 декабренән мотлаҡ медицина страховкаһы полисының һанлы форматына күсеү планлаштырыла.

Башҡортостанда йәшәүселәргә түбәндәге осраҡтарҙа медицина страховка ойошмаһында шәхси мәғлүмәттәрен яңыртырға кәрәк:
  әгәр йәшәү урыны, шул иҫәптән йәшәү төбәге үҙгәрһә;
  әгәр паспорт тәүге тапҡыр алынһа йәки яңыһына алмаштырылһа (юғалтҡан осраҡта, йәш буйынса, фамилия/исем алмаштырғанда);
  ваҡытлыса таныҡлыҡтың ғәмәлдә булыу ваҡыты тамамланһа (документ биргән көндән 45 эш көнө үтһә);
  бәйләнеш өсөн телефон йәки электрон почта адресы үҙгәрһә.

Мотлаҡ медицина страховкаһы биреү датаһын, урынын һәм полис биргән медицина страховка ойошмаһының исемен Башҡортостан Республикаһының Мотлаҡ медицина страховкалау буйынса территориаль фонды сайтында «Граждандарға/Мотлаҡ медицина страховкаһы полисын әҙерләү статусын, полис биреү датаһын һәм урынын тикшереү» бүлегендә ҡарарға мөмкин: https://tfoms-rb.ru/ru/node/4909.

Мөһим:
  Медицина страховка ойошмаһына мөрәжәғәт иткәндә паспорт, СНИЛС һәм мотлаҡ медицина страховкаһы полисы талап ителә.
  Алдан бирелгән полистар ғәмәлдә ҡала.
  Яңы страховкаланған кешеләрҙә генә полисты рәсмиләштереү тәртибе үҙгәрә.
  Медицина ойошмаһында пациенттарҙы ҡабул итеү тәртибе үҙгәрмәй.
  Үтә ашығыс осраҡтарҙа пациенттарға медицина ярҙамы элеккесә күрһәтелә.

Шәхси иҫәптең яңы ҡағиҙәләре Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 2022 йылдың 5 ноябрендәге «Мотлаҡ медицина страховкаһы өлкәһендә шәхси иҫәп алып барыу ҡағиҙәләрен раҫлау тураһында»ғы 1998-се ҡарары менән раҫланған: https://vk.cc/ciTaQc.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова.
 
https://bashgazet.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/2022-11-24/meditsina-polisy-buyynsa-m-l-m-tt-r-e-ya-yrtyr-a-k-r-k-3043845
Автор:
Читайте нас в