

Г.В. Плеханов исемендәге университет уҡытыусыһы Дарья Стюрина “Прайм” агентлығына “Рәсәйҙең почетлы доноры” исеменә эйә булыусылар 2022 йылда дәүләттән 16 мең һум тиерлек түләм алыуы тураһында хәбәр итте.
Ул шулай уҡ почетлы донорҙарға тағы ниндәй льготалар булыуы тураһында ла һөйләне. Атап әйткәндә, был категорияға ингән граждандар эш хаҡын һаҡлау менән өҫтәлмә ял көнөнә, ҡан биргән көндә бшлай туҡланыуға, уңайлы ваҡытта түләүле отпускыға, санаторийҙарға льготалы путевкаларға иҫәп тота ала.