ЙӘМҒИӘТ
18 Ноябрь 2022, 11:19

Етем баланы ҡарауға пособие индексациялана

Өс йәшкәсә баланы ҡарауға пособие 7857 һумға тиклем арта.

Етем баланы ҡарауға пособие индексацияланаЕтем баланы ҡарауға пособие индексациялана
Етем баланы ҡарауға пособие индексациялана

Дәүләт Йыйылышы– Ҡоролтай депутаттары “Опекундарға (попечителдәргә) баланы ҡарауға аҡса түләү тәртибе һәм күләме тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законының 5-се статьяһына үҙгәрештәр индереү хаҡында” закон ҡабул итте.

– 2023 йылдың 1 ғинуарынан тәрбиәгә алған һәм патронат ғаиләләргә опекаға һәм попечителлеккә тапшырылған етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы ҡарауға айлыҡ пособие күләме 10 процентҡа арттырыла, – тине парламент Рәйесе Константин Толкачев. – Быйыл пособиелар индексацияланмағайны, элегерәк иһә индексация 4 процент самаһы тәшкил иткәйне.

Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, өс йәшкәсә баланы ҡарауға пособие – 7143 һумдан 7857 һумға тиклем, өс йәштән өлкәнерәктәрҙеке 6868 һумдан 7555 һумға тиклем арта. Шулай уҡ үҫешендә етешһеҙлектәре булған балаларға ла пособиелар 10 процентҡа индексациялана – өс йәшкә тиклемге сабыйҙарға 9428 һумға тиклем һәм өс йәштән өлкәндәргә 9066 һум.

– Законды тормошҡа ашырыуға сығым 100 миллион һум самаһы тәшкил итә, – тине Константин Толкачев. – Был аҡса “2023 йылға һәм 2024, 2025 йылдарҙың план осорона Башҡортостан Республикаһы бюджеты тураһында”ғы закон проектында ҡаралған. Кисә депутаттар ошо законды беренсе уҡыуҙа ҡабул итте. 

Фото: prorazvod.com

Сығанаҡ: gsrb.ru

Автор:Лилия Давлетбакова.
 
https://bashgazet.ru/articles/sotsial-m-s-l/2022-11-18/etem-balany-arau-a-posobie-indeksatsiyalana-3036204
Автор:
Читайте нас