ЙӘМҒИӘТ
11 Ноябрь 2022, 09:19

Рәсәйҙең 11 ҡалаһына осоуҙы тыйыу режимы йәнә оҙайтылды

/

Рәсәйҙең 11 ҡалаһына осоуҙы тыйыу режимы йәнә оҙайтылдыРәсәйҙең 11 ҡалаһына осоуҙы тыйыу режимы йәнә оҙайтылды
Рәсәйҙең 11 ҡалаһына осоуҙы тыйыу режимы йәнә оҙайтылды

Рәсәйҙең 11 аэропортына осоштарҙы ваҡытлыса сикләү режимы 2022 йылдың 21 ноябренә тиклем оҙайтылды, тип хәбәр иттеләр Федераль һауа транспорты агентлығынан.

Анапа, Белгород, Брянск, Воронеж, Геленджик, Краснодар, Курск, Липецк, Дондағы Ростов, Симферополь һәм Элиста аэропорттарына осоштар ваҡытлыса сикләнгән.

Рәсәй авиакомпанияларына пассажирҙар ташыуҙы Сочи, Волгоград, Минеральные Воды, Ставрополь һәм Мәскәү аэропорттарын файҙаланып, альтернатив маршруттар буйынса ойошторорға тәҡдим ителә.

Фото: Галина Бахшиева

Автор:Галина Бахшиева
 
 
https://bash.bashinform.ru/news/social/2022-11-11/r-s-y-e-11-ala-yna-osou-y-tyyyu-rezhimy-y-n-o-aytyldy-3025976
Автор:
Читайте нас