

Бөгөн, 3 ноябрҙә, Shirak Avia авиакомпанияһы Өфөнән Ереванға тәүге рейсын башҡарҙы. Был хаҡта баш ҡала аэропортының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, авиакомпания Әрмәнстандың баш ҡалаһына тура рейстарҙы кесе йома һәм йәкшәмбе көндәрендә, 131 пассажирға иҫәпләнгән Boeing 737-500 самолеттарында башҡара.
Һәр дүшәмбе Өфө — Ереван маршруты буйынса рейстарҙы «Азимут» авиакомпанияһы ғәмәгә ашыра , тип белдерҙеләр Өфө аэропортында.