ЙӘМҒИӘТ
2 Ноябрь 2022, 06:48

һынамыштар

1 ноябрҙә ямғыр өҫтөнә ҡар яуһа, йәй һалҡын килер, бесән уңыр.*Көҙ оҙон килһә, яҙ һуң килер.

һынамыштарһынамыштар
һынамыштар

*1 ноябрҙә ямғыр өҫтөнә ҡар яуһа, йәй һалҡын килер, бесән уңыр.
*9 ноябрҙә бәҫ ҡунһа, алдағы көндәр – һыуыҡ, томан булһа, йылы булыр.
*Көҙ оҙон килһә, яҙ һуң килер.
*Көҙ аҙағында түңәрәк-түңәрәк ваҡ ҡына боҙ яуһа, ҡыш һыуыҡ булыр.
*Беренсе ҡар көндөҙ яуһа – ҡыш һыуыҡ, төндә яуһа – йылы килер.
*Йорт ҡоштары баштарын ҡанаттары аҫтына йәшерһә, көн һалҡынайыр.
Ҡаҙ-өйрәктәр ҡарҙа ҡойонһа, көн йылыныр, буран булыуы ихтимал.
Ҡырмыҫҡалар бейек иләү яһаһа – һалҡын ҡышҡа.

*Ноябрҙә ҡар булһа, майҙа көндәр ямғырлы торор.

*Ноябрҙә һыуыҡтар була икән – майҙа көндәр йылы килер. 

*Ноябрь ямғырлы булһа, май ҡарлы һәм һалҡын торор.

*Имәндә сәтләүектәр күп булһа – ҡаты ҡышҡа.

*Япраҡтар ҡойолоу һуңлаһа – һалҡын һәм оҙон ҡышҡа.

*Ҡоштар йылы яҡҡа берҙәм китһә, ҡыш ҡаты була.

*Көҙ аҙағында серекәй күбәйә икән – йылы ҡышҡа.

*14 октябргә тиклем тейен йөнөн ҡойоп бөтһә, ҡыш яҡшы була. *Сысҡанадар ояһын көньяҡтан аса икән – ҡыш ҡаты була.

*Тауыҡтар көҙ башында төләй башлаһа – йылы ҡышҡа.

*Сейә япраҡтары ҡойолоп бөтмәй тороп, яуған ҡар ятмай.

           

             

Автор:Розалия Искужина.
https://moradim.ru/articles/y-m-i-t/2022-11-02/ynamyshtar-3013094
Автор:
Читайте нас