“Баҙарҙар” федераль тармаҡ проекты баҙарҙа ҡатнашыусыларҙың конкурентлыҡҡа һәләтен тигеҙләштереүҙе күҙ уңында тота. Кемдер эшләй ҙә һалымын да тулыһынса түләй, кемдер – юҡ, ошо күренеште булдырмау йүнәлешендә эш алып бара. Шулай уҡ баҙар торошон маҡсатлы һалым моделенә яҡынайтыуҙы билдәләй.
Был иһә түбәндәгеләрҙе күҙаллай:
- барлыҡ даими сауҙа итеүселәр шәхси эшҡыуар йәки юридик шәхес булырға тейеш. Ваҡытлыса сауҙа итеүселәр – улар ярҙамсыл хужалығы булған баҡсасылар, оло йәштәге инәйҙәр, хужалыҡ субъекты сифатында теркәлмәгәндәр ҙә шунда инеүе мөмкин;
- контроль-касса техникаһы ҡулланыу тураһындағы ҡануниәт йоғонтоһона эләгеүселәрҙең кассалары булырға тейеш;
- сығымдарҙы, һалымдарҙы ҡаплау өсөн табыш һөҙөмтәле булырға һәм эш килем килтерергә тейеш. Баҙарҙа теркәлеп тә эшләмәгән, “өнһөҙ” кассалар иғтибарға алынасаҡ. Иҫәп-хисап ниндәй генә рәүештә алып барылһа ла - банк картаһы йәки ҡулаҡса ярҙамында булһынмы, һатып алыусы менән иҫәп эшендә мотлаҡ контроль-касса техникаһы ҡулланылырға тейеш. Һөҙөмтәлә ҡағыҙ касса чегы бирелергә тейеш, уны электрон рәүешендә лә ебәрергә мөмкин.
Бөгөн республикала был проектта 16 баҙар ҡатнаша, ә төбәктә 86 меңдән ашыу касса һәм 42 меңләп уларҙың хужалары теркәлгән.
Рәсәйҙең федераль һалым хеҙмәте баҙарҙы көйләү һәм контролләү өлкәһендә Рәсәй Федерацияһы ҡануниәтенә комплекслы үҙгәрештәр индереү буйынса эш алып бара.
Фото: "Башинформ".