

Интернетта ҡурҡыныс та, шул уҡ ваҡытта һоҡланыу ҙа тыуҙырған видеояҙма барлыҡҡа килде. Унда һунарсы ир менән инә айыуҙың осрашыуы һүрәтләнә.
"Петрович, мин сигенәм!" - тип иптәшенә ҡысҡыра мылтығын йыртҡысҡа төбәгән килеш ауыр тын алып артҡа сигенгән ир кеше. Был һунарсы, ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, үҙенә ташланырға маташҡан айыуға атмай, сөнки уның өс бәләкәй балаһы барлығын күреп ҡала. Ә һунар эттәре хайуанды тап был ирҙең өҫтөнә ҡыуып килтереп сығара.
Афарин! Нервыһы ныҡ икән был һунарсының. Социаль селтәрҙәрҙә кешеләр уның ҡылығы менән һоҡланыуын белдерә. Кемдер ирҙәрҙең мышыға һунарға барғанын хәбәр итә. Тимәк, айыу аңғармаҫтан ҡапыл килеп сыҡҡан һәм ҙур хәүеф тыуҙырған.
Фото on-desktop.com