ЙӘМҒИӘТ
25 Октябрь 2022, 05:52

Межгорье эшҡыуары Башҡорт батальонына үҙенең машинаһын бүләк иткән

Был хаҡта ҡала мэры Вячеслав Калугин һөйләне. Эшҡыуар Сергей Люлин үҙенең УАЗ фургонын ("Буханка") гуманитар ярҙам менән бергә Доставалов исемендәге Башҡорт батальонына ебәргән.

Межгорье эшҡыуары Башҡорт батальонына үҙенең машинаһын бүләк иткәнМежгорье эшҡыуары Башҡорт батальонына үҙенең машинаһын бүләк иткән
Межгорье эшҡыуары Башҡорт батальонына үҙенең машинаһын бүләк иткән

Әлеге ваҡытта батальоны хәрбиҙәре махсус хәрби операцияла үҙ бурысын үтәй.

– Был УАЗ заманса автомобилдәргә ҡарағанда ла көслөрәк. Кем әйтмешләй, уның менән тауға ла, урманға ла йөрөргә мөмкин. Ул 40 сантиметр ҡалынлыҡтағы көрттө еңел генә үтә ала, ә юлһыҙ ерҙә елдәй елә. Беҙҙең егеттәргә кәрәге тейер! – тип яҙған Башҡортостандың иң ябыҡ ҡалаһы башлығы Вячеслав Калугин.

Автор:ГУЛЬДАР КАДАЕВА.
 
https://ataisal.com/articles/esh-yuarly/2022-10-22/mezhgorie-esh-yuary-bash-ort-batalonyna-ene-mashina-yn-b-l-k-itk-n-2999290
Автор:
Читайте нас