ЙӘМҒИӘТ
25 Октябрь 2022, 09:15

Көн торошо арҡаһында Белорет районында фуралар трассанан үтә алмаған

/

Көн торошо арҡаһында Белорет районында фуралар трассанан үтә алмағанКөн торошо арҡаһында Белорет районында фуралар трассанан үтә алмаған
Көн торошо арҡаһында Белорет районында фуралар трассанан үтә алмаған

25 октябрь иртәһендә Белорет районында фуралар юл тығынына эләккән. Ҡотҡарыусылар белдереүенсә, көн торошо арҡаһында машиналар тауға үрләй алмаған. Юл торошо насарайғас бында коммуналь техника ебәрелгән.

Ҡотҡарыусылар ведомствоһынан хәбәр итеүенсә, Белорет-Учалы юлының 15-се саҡрымында “Ивеко” маркалы йөк машинаһының ярымтағылмаһы юлға арҡыры боролоп ултырған. Унан еңел һәм бәләкәй үлсәмле автомобилдәр үтә ала, йөк машиналарына быға мөмкинлек юҡ.

Бөгөн Белорет районында һыуыҡ һауа торошо көтөлә, боҙлауыҡ булыуы ихтимал тип хәбәр итә goodmeteo.ru порталы. Тәүлек әйләнәһенә ҡар яуыуы мөмкин. Һауа температураһы 2,7 градустан күтәрелмәйәсәк, -6,1 градустан төшмәйәсәк. Ел көньяҡ-көнбайыштан алып төньяҡҡа секундына 6 метр тиҙлектә иҫәсәк. Күк йөҙөндәге болоттар кимәле 68-101%, һауа дымлылығы 92%-101% тәшкил итәсәк. Атмосфера баҫымы терегөмөш бағанаһының 757-762 миллиметрына барып етәсәк.

 

Автор:Дарья Субботина.

 

https://bash.bashinform.ru/news/social/2022-10-25/k-n-torosho-ar-a-ynda-beloret-rayonynda-furalar-trassanan-t-alma-an-3002391

Автор:
Читайте нас