ЙӘМҒИӘТ
24 Октябрь 2022, 09:54

Өфөгә Бөйөк Устюгтан Ҡыш бабай киләсәк

/

Өфөгә Бөйөк Устюгтан Ҡыш бабай киләсәкӨфөгә Бөйөк Устюгтан Ҡыш бабай киләсәк
Өфөгә Бөйөк Устюгтан Ҡыш бабай киләсәк

7 декабрҙә баш ҡалаға Ҡыш бабай поезы киләсәк. Күсмә резиденцияға Яңы йылдың төп тылсымсыһының ҡабул итеү бүлмәһе, уйын, квест үткәреү өсөн вагондар ингән тип хәбәр итә баш ҡаланың мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса идаралығы.

Ҡыш бабай командаһы Бөйөк Устюгтан Владивостокка тиклем барып кире әйләнеп ҡайтасаҡ. Улар әле юлға сыҡҡан. Беренсе туҡталыш Иркутск өлкәһенең Тайшет ҡалаһында 29 октябрҙә буласаҡ. Маршрутҡа йөҙҙән ашыу ҡала-ҡасаба ингән. 1 декабрҙә состав Екатеринбургҡа килеп етәсәк, алты көндән ул Өфөлә  буласаҡ. Яңы йылды Ҡыш бабай һәм уның командаһы Бөйөк Новгородта ҡаршылаясаҡ. Поезд Бөйөк Устюгҡа 15 ғинуарҙа ҡайтасаҡ.

Бар теләүселәр Ҡыш бабай менән тимер юл вокзалында осраша аласаҡ. Һәр туҡтаған урында поезд килеп етмәҫ борон перронда байрам программаһы уҙғарыу ҡаралған.  

Ҡыш бабай поезы проектын Вологда өлкәһе менән «Рәсәй тимер юлдары» асыҡ акционерҙар йәмғиәте булдырған.

Фото: баш ҡаланың мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса идаралығы.

Автор:Ләйсән Закирова.

 

https://bash.bashinform.ru/news/social/2022-10-24/novost-bez-zagolovka-3000785-3000785

Автор:
Читайте нас