ЙӘМҒИӘТ
21 Октябрь 2022, 09:31

Өфөлә юл киҫелештәре янындағы тротуарҙарҙа иҫкәртеүсе яҙыуҙар төшөрөлә

/

Өфөлә юл киҫелештәре янындағы тротуарҙарҙа иҫкәртеүсе яҙыуҙар төшөрөләӨфөлә юл киҫелештәре янындағы тротуарҙарҙа иҫкәртеүсе яҙыуҙар төшөрөлә
Өфөлә юл киҫелештәре янындағы тротуарҙарҙа иҫкәртеүсе яҙыуҙар төшөрөлә

Улар йәйәүлеләргә һәм велосипедсыларға иғтибарлы булырға һәм юл аша сыҡҡанда ҡағиҙәләрҙе үтәргә саҡыра.

Был яҙыуҙарҙы баш ҡала хакимиәтенең Юлдарҙы һәм яһалма ҡоролмаларҙы төҙөү-ремонтлау идаралығы хеҙмәткәрҙәре контрастлы һары буяу менән төшөрә.

"Бының кеүек иҫкәртеү саралары йәйәйүлеләргә юлды аша сыҡҡанда иғтибарлы булырға иҫкәртәсәк. Яҙыуҙар сағыу һары төҫтә һәм алыҫтан күренә", - тинеләр мэриянан. 

Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәтенән.

Автор:Айбулат Ишназаров.
 
https://bash.bashinform.ru/news/social/2022-10-21/f-l-yul-ki-elesht-re-yanynda-y-trotuar-ar-a-i-k-rte-se-ya-yu-ar-t-sh-r-l-2997980
Автор:
Читайте нас