

Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы «Медицина технологиялары» ЯСЙ-һын республикалағы «Күмертау» алдан үҫеш биләмәһе (ТОР) резиденттары исемлегенә индерҙе. Компания медицина шприцтары һәм башҡа медприборҙар өсөн бер тапҡыр ҡулланылышлы инъекция энәләре етештереүҙе ойоштороуға 300 миллион һумдан ашыу инвестиция яһарға уйлай. Был турала республика Хөкүмәте матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
ТОР резиденты проектты 2022-2030 йылдарҙа тормошҡа ашырырға ниәтләй. Унда 57 эш урыны буласаҡ. Продукцияһы Башҡортостандың һәм күрше төбәктәрҙең медицина учреждениеларына тура һәм онлайн һатыласаҡ. Компания йылына 220 миллион инъекция энәһе етештерергә ниәтләй. Аҡса менән иҫәпләгәндә, йыллыҡ етештереү күләме 264 миллион һум тәшкил итәсәк.
Фото БР Хөкүмәте сайтынан.
Башинформ.
https://dimbuizary.ru/articles/y-m-i-t/2022-10-20/ebe-eteshterel-s-k-2997083