

Р Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары «Башҡортостан Республикаһында этил спирты, алкоголь һәм составында спирт булған продукцияны етештереүҙе һәм әйләнешен булдырыуҙы идара итеү тураһында» законына өҫтәмәләр индерҙе.
– Законда Йәштәр көнөн байрам итеүгә бәйле алкоголь продукцияһын ваҡлап һатыуҙы тыйыу тураһында положение аныҡланды, – тип хәбәр итте парламент спикеры Константин Толкачев. – Элек был тыйыу 27 июндә ғәмәлдә булды. Күп осраҡта был дата аҙнаның эш көнөнә тура килә һәм байрам саралары ялдарға күсерелә. Быны быйылғы байрам асыҡ күрһәтте. Йәштәр көнөндә алкоголде ваҡлау һатыуҙы тыйыу законы тейешлесә эшләмәне. Артабан муниципалитеттар байрам сараларын үткәргән көндәрҙә лә хәмер һатыу тыйыласаҡ. Закон БР Башлығына ҡул ҡуйыуға ебәрелде. Рәсми рәүештә таратҡандан һуң 10 көн үткәс, ул үҙ көсөнә инәсәк.
https://bashkizi.ru/news/explain_bash/2022-10-21/deputattar-alkogol-atyu-t-rtiben-any-lany-2997492