ЙӘМҒИӘТ
20 Октябрь 2022, 09:38

Президент Указы бөгөндән үҙ көсөнә инде

Рәсәй Президенты Владимир Путин үҙенең Указы менән Донецк, Луганск Халыҡ республикаларында, Херсон һәм Запорожье өлкәләрендә хәрби хәл индерҙе.

Президент Указы бөгөндән үҙ көсөнә индеПрезидент Указы бөгөндән үҙ көсөнә инде
Президент Указы бөгөндән үҙ көсөнә инде

Рәсәй Президенты Владимир Путин үҙенең Указы менән Донецк, Луганск Халыҡ республикаларында, Херсон һәм Запорожье өлкәләрендә хәрби хәл индерҙе.

Документта был биләмәләрҙә 20 октябрҙә 00.00 сәғәттән хәрби хәл индерелеүе тураһында белдерелә. Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте, Оборона министрлығы, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, Федераль именлек хеҙмәте, Милли гвардия ғәскәренең федераль хеҙмәте өс көн эсендә хәрби хәл индерелгән биләмәләрҙә күрелгән саралар тураһындағы тәҡдимдәрен индерергә тейеш.

Бынан тыш, Владимир Путин Именлек Советы ултырышында хәүефһеҙлекте арттырыу буйынса эште координациялау өсөн Премьер-министр Михаил Мишустин етәкселегендә илдә махсус Совет булдырыуы тураһында белдерҙе.

Шулай уҡ Ҡырымда, Севастополдә, Краснодар крайында, Белгород, Брянск, Воронеж, Курс, Ростов өлкәләрендә - “уртаса әҙерлек”, ә ҡалған өлкәләрҙә, шул иҫәптән Башҡортостанда “база әҙерлеге” режимы индерелде.

База әҙерлеге - хәрби объекттарҙы, заводтарҙы, транспортты һаҡлауҙы көсәйтеүҙе аңлата, шулай уҡ ҡыҫҡа ваҡытта документтар ҙа ипкә килтерелергә тейеш. Төбәк Башлығы ниндәй аныҡ саралар күреләсәге хаҡында оператив штабта хәл итәсәк.

База кимәле ваҡытында комендант сәғәте индерелмәй, армия ихтыяжы өсөн милек алынмай, сик ябылмай һәм башҡа сикләүҙәр ҙә ҡаралмаған.

https://bashkizi.ru/news/-u--iy-ili-tar/2022-10-20/prezident-ukazy-b-g-nd-n-k-s-n-inde-2995901

Автор:
Читайте нас