

Республиканың төрлө район һәм ҡалаһынан өлөшләтә мобилизацияға эләккән яугирҙәрҙең үҙҙәренең һөйгәндәре менән никахтарын рәсмиләштереүе тураһында йыш яҙабыҙ. Билдәле булыуынса, илдә өлөшләтә мобилизация иғлан ителгәндән алып ҡала һәм райондарҙа хәрби комиссариаттар ғына түгел, Граждандар хәле акттарын теркәү бүлектәре лә көсөргәнешле шарттарҙа эшләй.
Мобилизацияға эләккән буласаҡ кейәү менән уның кәләше өйләнешергә теләп ғариза яҙған көндә үк никахтары рәсмиләштерелергә тейеш. Ошо көндәрҙә Ҡазан ҡалаһында хәрби әҙерлек үтеүсе Хәйбулла районынан өлкән прапорщик Вәғиз Ибраһимов менән Аҡъяр ауылы һылыуы Сәлиә Дәүләтбирҙина өйләнешкән.
Йәштәргә ғаилә бәхете теләйбеҙ!
Фото: Хәйбулла районы хакимәите сайтынан.