

Билдәле йәш йырсылар Гөлназ Асаева менән Вилдан Шәмсетдинов теүәл бер йыл элек атай-әсәй булыу бәхетен татығайны. Әле уларҙың ҡыҙы Динәгә бер йәш тулды, ошо айҡанлы йәш атай менән әсәй социаль селтәрҙә тәүге тапҡыр ҡыҙҙарының йөҙөн күрһәтеп фотоһүрәттәр ҡуйҙы һәм "Сәләм! Мин - Динә, миңә бер йәш" тигән яҙма менән уртаҡлашты.
Социаль селтәр ҡулланыусылары бәләкәскә матур теләктәрен еткерҙе, шул уҡ мәлдә бәпестең кемгә оҡшауы тураһында ла фекер алышты. Яҙмаларҙан күренеүенсә, күптәр кескәй Динәне атаһына оҡшата. Шулай уҡ өләсәһе Лилиәнең (йырсы Лилиә Биктимерова) йөҙ һыҙаттарын күреүселәр ҙә бар.
Фотолар: Гөлназ Асаеваның социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.