ЙӘМҒИӘТ
12 Октябрь 2022, 08:26

ШӘП КҮРГӘҘМӘ АСЫЛА

«Башҡорт сувениры» исемле күргәҙмәне күрмәй ҡалмағыҙ!

ШӘП КҮРГӘҘМӘ АСЫЛАШӘП КҮРГӘҘМӘ АСЫЛА
ШӘП КҮРГӘҘМӘ АСЫЛА

Рәсәй халыҡтары мәҙәни мираҫы йылы сиктәрендә Сибай ҡалаһының тарихты һәм крайҙы өйрәнеү музейында БСК «Ағиҙел»дең 60 йыллығына арналған «Башҡорт сувениры» исемле күргәҙмәһе асыла.

Күргәҙмә тармаҡлы алдынғы Рәсәй предприятиеларының береһе булған «Башҡорт сәнғәт кәсептәре «Ағиҙел» тарафынан күрһәтелә. «Ағиҙел» – республикала иң ҙур предприятиеларының береһе булып һынала. Илебеҙҙең байлығын һәм Башҡортостандың мәҙәни мираҫын һаҡлау менән шөғөлләнә.  Төп бурысы итеп уникаль продукция булдырыу, башҡорт халҡының традицияларын, матурлығын һыҙыҡ өҫтөнә ала.

Экспозицияла 100-ҙән ашыу предмет күрһәтелгән; ағасты һырлап буялған һауыт-һабалар, балаҫтар, сумкалар, таҫтамалдар, хәҙерге заман рәссамдарҙың һәм оҫталарҙың эштәре һәм дә уникаль сувенир һәм буләк продукциялары күрһәтелгән.

Бынан тыш, күргәҙмә сиктәрендә музей-интерактив белем биреү программаһы һәм балалар өсөн сигеү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәреү планлаштырылған.

Күргәҙмә 12 октябрҙа сәғәт 15.00 асыла һәм  1 декабрға тиклем эшләйәсәк.

 

Нәйлә Йәрмөмәмәтова,

Сибай музейы ғилми хеҙмәткәре.

Автор:Резеда Валиева.
 
https://ataisal.com/news/m-l-m-t/2022-10-12/sh-p-k-rg-m-asyla-2985914
Автор:
Читайте нас