ЙӘМҒИӘТ
12 Октябрь 2022, 08:10

Росфинмониторинг Meta* корпорацияһын террорсылар һәм экстремистар исемлегенә индерҙе

/

Росфинмониторинг Meta* корпорацияһын террорсылар һәм экстремистар исемлегенә индерҙеРосфинмониторинг Meta* корпорацияһын террорсылар һәм экстремистар исемлегенә индерҙе
Росфинмониторинг Meta* корпорацияһын террорсылар һәм экстремистар исемлегенә индерҙе

Росфинмониторинг Meta* корпорацияһын террорсылар һәм экстремистар исемлегенә индерҙе.

Федерация Советының Конституцион закондар ҡабул итеү буйынса комитет ағзаһы Андрей Клишас “РИА Новости” дәүләт мәғлүмәт агентлығына биргән комментарийына ярашлы, компанияның продукттарын артабан да ҡулланыу законды боҙоу тип һаналмаясаҡ.   

Украинала махсус хәрби операция башланғандан бирле Meta Platforms* Facebook* һәм Instagram* социаль селтәрҙәрендә Рәсәй хәрбиҙәренә ҡаршы тороуға өндәүҙәрҙе тыйыуҙы ваҡытлыса алды. Был «граждандар халҡына» ҡағылмай.

Бынан һуң, Генераль прокуратура Америка компанияһын экстремистик ойошма итеп таныу тураһында һорау күтәрҙе, ә Тәфтиш комитеты күмәк кеше араһында экстремизмға өндәү һәм террорлыҡҡа булышлыҡ итеү тураһында енәйәт эше асты.

14 мартта Роскомнадзор Генераль прокуратура талабы буйынса Рәсәйҙә Instagram селтәренә инеүҙе сикләне. Уға тиклем ведомство илебеҙ киң мәғлүмәт сараларын һәм мәғлүмәт ресурстарын (шул иҫәптән РИА Новости, Sputnik һәм RT) күмәкләп дискриминациялау арҡаһында Facebook селтәренә үтеүҙе тыйҙы.  

Мәскәүҙең Тверь район суды 21 мартта Meta эшмәкәрлеген  эстремистик тип таныны һәм уны Рәсәйҙә тыйҙы. Был ҡарар тыйыуҙарҙы урап үтеп, үрҙә әйтелгән социаль селтәрҙәр менән ҡулланыуҙы дауам иткән ҡулланыусыларҙы яуапҡа тарттырыуҙы күҙ уңында тотмай.  


* Meta эшмәкәрлеге (Facebook, Instagram социаль селтәрҙәре) Рәсәйҙә экстремистик тип тыйылған.

 

https://bash.bashinform.ru/news/social/2022-10-12/rosfinmonitoring-meta-korporatsiya-yn-terrorsylar-m-ekstremistar-isemelegen-inder-e-2985685

Автор:
Читайте нас