

Башҡортостандан, Пенза һәм Ульянов өлкәләренән өлөшләтә мобилизацияға эләккән хәрбиҙәрҙең тәүге төркөмө хәрби часты ҡалдырҙы. Был хаҡта Пенза өлкәһе губернаторы Олег Мельниченко хәбәр итте, тип яҙа “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы.
Өлкә башлығы: «Яугирҙәр бронежилеттар һәм шлемдар, шулай уҡ үҙҙәренә кәрәкле әйберҙәр — йоҡлау өсөн тоҡтар, термокейемдәр, бирсәткәләр, һаҡлағыс күҙлектәр, шәхси медицина аптечкалары менән тәьмин ителде. Төбәк хөкүмәтендә иң кәрәкле нәмәләр һатып алыу тураһында ҡарар ҡабул ителде», — тип яҙа.
Радий Хәбировтың хәрби һорауҙар буйынса кәңәшсеһе Юрий Орда был мәғлүмәттең дөрөҫ булыуын раҫланы. Алдағы ике аҙнала мобилизацияланған хәрбиҙәр Ҡырымда әҙерлек үтергә тейеш.
https://bashkizi.ru/news/-u--iy-ili-tar/2022-10-12/penzala-y-h-rbi-chas-a-mobilizatsiyalan-an-ir-egett-r-ikense-uryn-a-k-ste-2985637