ЙӘМҒИӘТ
9 Октябрь 2022, 05:14

Радий Хәбировҡа операция яһайҙар

Башҡортостан Башлығы бәхетһеҙлеккә осраған.

Радий Хәбировҡа операция яһайҙарРадий Хәбировҡа операция яһайҙар
Радий Хәбировҡа операция яһайҙар

Республика етәксеһе Радий Хәбиров бөгөн район һәм ҡала хакимиәттәре башлыҡтары менән кәңәшмәлә күңелһеҙ хәбәр еткерҙе: уны тубығына операция көтә икән. Радий Фәрит улы хоккей уйнағанда йәрәхәт алған. Хәҙер Республика көнөн билдәләгәс, уға дауаханаға ятырға кәрәк.

Йәрәхәт алыуына ҡарамаҫтан, Башҡортостан Башлығы вазифаһын үтәүен дауам итә. Ә беҙ уның тиҙерәк һауығыуын теләп ҡалабыҙ!

Фото vk.com/radiyhabirov

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова.
 
https://bashgazet.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/2022-10-08/radiy-h-birov-a-operatsiya-ya-ay-ar-2982636
Автор:
Читайте нас