

"Илеш районынан Вадим Шәрипов БДУ-ның юридик факультеты магистратураһында уҡый. Коронавирус менән көрәш барышында автоирекмән булып эшләй. Айырыуса мохтаждарға ярҙам иткән – уларға аҙыҡ-түлек, дарыуҙар килтергән. Махсус хәрби операция башланғандан алып Вадим Донбасс халҡына, беҙҙең Шайморатов һәм Доставалов исемендәге батальондарҙағы яугирҙәргә гуманитар ярҙам йыйыу һәм ебәреү менән әүҙем шөғөлләнә.
Өфө ҡыҙы Гөлшат Ҡәйүмова — массажсы. Пандемия осоронда колл-үҙәк операторы һәм автоирекмән булған. Бөрйән районында урман янғындарын һүндереүҙә ярҙам иткән.
Бөгөн беҙҙең әүҙемселәр – тағы алғы һыҙыҡта. Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы эшләй башлаған көндө Вадим Шәрипов автоһәүәҫкәрҙәр сафына баҫты, ә Гөлшат Ҡәйүмова колл-үҙәк операторҙарына ҡушылды.
"Берҙәм Рәсәй" фирҡәһе һәм уның урындағы бүлексәләре нигеҙендә эшләгән М.Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы көн һайын иртәнге 9-ҙан киске 6-ға ҡәҙәр эшләй. Ул бөгөн илебеҙҙе һаҡлағандарҙың ғаиләләренә ярҙам итер өсөн булдырылды.
Ирекмән булырға теләһәгеҙ, колл-үҙәккә мөрәжәғәт итергә мөмкин: 8-800-201-89-03. "Берҙәм Рәсәй"ҙең Башҡортостандағы төбәк бүлексәһенең урындағы бүлексәләре менән бәйләнеш: https://bashkortostan.er.ru/locals".
Сығанаҡ: vk.com/radiyhabirov
Автор:Равиля Гатауллина.
https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2022-10-09/irekm-n-bulyr-a-tel-ge-2982899