ЙӘМҒИӘТ
7 Октябрь 2022, 09:25

Өй ныҡлығы – нигеҙҙән, тән ныҡлығы – бала саҡтан

“Һөйәкте йәштән һаҡлағыҙ!” – тип өндәй билдәле травматолог-ортопед, медицина фәндәре кандидаты Радик Нурлығаянов. Һәм балаларға, уларҙың ата-әсәләренә, уҡытыусыларға һөйәкте бәләкәйҙән нығытыуҙың, “өнһөҙ эпидемия” тип аталған остеопорозды йәштән иҫкәртеүҙең ни өсөн мөһимлеген еткерергә тырыша. Фекерҙәше, рухташы – күренекле педагог-ғалимә, профессор Вилә Баймырҙина менән улар бергәләшеп мәктәптә класташ тыш сараларҙа, балалар үҙәктәрендә, ғаиләлә ҡулланыу өсөн шул хаҡта бик файҙалы әсбап сығарған.

Өй ныҡлығы – нигеҙҙән, тән ныҡлығы – бала саҡтанӨй ныҡлығы – нигеҙҙән, тән ныҡлығы – бала саҡтан
Өй ныҡлығы – нигеҙҙән, тән ныҡлығы – бала саҡтан

“Һөйәкте йәштән һаҡлағыҙ!” – тип өндәй билдәле травматолог-ортопед, медицина фәндәре кандидаты Радик Нурлығаянов. Һәм балаларға, уларҙың ата-әсәләренә, уҡытыусыларға һөйәкте бәләкәйҙән нығытыуҙың, “өнһөҙ эпидемия” тип аталған остеопорозды йәштән иҫкәртеүҙең ни өсөн мөһимлеген еткерергә тырыша. Фекерҙәше, рухташы – күренекле педагог-ғалимә, профессор Вилә Баймырҙина менән улар бергәләшеп мәктәптә класташ тыш сараларҙа, балалар үҙәктәрендә, ғаиләлә ҡулланыу өсөн шул хаҡта бик файҙалы әсбап сығарған. Яңы ғына донъя күргән китап уҡытыусыларҙың да, ата-әсәләрҙең дә күңеленә хуш килер, тип ышанабыҙ.

Китап өс өлөштән тора. Беренсе өлөшө – дәрестән тыш сара өсөн методик ҡулланма; икенсеһе – бай мәғлүмәтле мини-лекциялар; өсөнсөһө – балалар менән бергә рәхәтләнеп уҡырлыҡ өҫтәмә сығанаҡтар: күренекле педагог Ушинский, атаҡлы әҙип Толстой кеүек шәхестәрҙең тән һаулығы хаҡындағы яҙмалары, төрлө халыҡтарҙың сәләмәтлек мөһимлегенә баҫым яһаған әкиәттәре. Унда шулай уҡ Радик Зөфәр улының остеопороз тураһында мауыҡтырғыс әкиәттәре, хикәйәләре лә урын алған. Вилә Искәндәр ҡыҙы педагог-ғалимә булараҡ ҡына түгел, әҙибә, шағирә булараҡ та әсбапҡа йән өрә. Уның балалар телендә яҙылған һаулыҡ хаҡындағы шиғырҙарын, бер уҡыуҙа иҫтә ҡалдырып, ятлап йөрөрлөк.

Балалар сәләмәтлеген хәстәрләп, аҡ ниәттәр менән һуғарылған китаптың яҙмышы бәхетле булһын, тип теләйбеҙ!

Автор:Альмира Кирәева.
 
https://bashkizi.ru/news/-u--iy-ili-tar/2022-10-07/y-ny-ly-y-nige-n-t-n-ny-ly-y-bala-sa-tan-2981190
Автор:
Читайте нас