

Башҡортостандың баш ҡалаһында 11 октябрҙә Республика көнө уңайынан күмәк кеше ҡатнашлығындағы байрам сараларынан һәм салюттан баш тартырға хәл ителгән. Өфө мэрияһының матбуғат хеҙмәтендә был мәғлүмәтте раҫланылар.
«Шәйехзада Бабич һәм Салауат Юлаев һәйкәлдәренә сәскә һалыу, шулай уҡ Миңлеғәле Шайморатов һәйкәлен асыу тантанаһы була. Киске сәғәт 7-нән 9-ға тиклем Совет майҙанында «Геройҙар ваҡыты» Бөтөн Рәсәй патриотик йырҙар фестиваленең финалы, һуңынан Башҡортостан сәнғәт оҫталарының «Үлемһеҙ дан өсөн тыуған» тигән концерты ойошторола. Әммә элеккесә күмәк күңел асыу саралары, салюттар булмай», – тип хәбәр итте Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте етәксеһе Тәлғәт Зәйнуллин.
Фото: Олег Яровиков.
Автор:Ләйсән Закирова.
https://bash.bashinform.ru/news/social/2022-10-06/k-m-k-k-el-asyu-saralary-bulmay-f-l-respublika-k-n-n-bayram-ite-programma-y-y-artyldy-2979881