

Уҙған төндә Доставалов исемендәге батальон яугирҙәре дошмандың көсөн ҡыйратҡан һәм төп бейеклеккә күтәрелгән. Был турала ғәскәр подразделениеһының рәсми телеграм-каналы хәбәр итә.
Ауыр яуҙа батальондың 5-се ротаһының шәхси составы ҡатнашҡан. Дошман дроны пехотаның хәрби машинаһын шартлатһа ла, «Сенеж» ҡушаматлы командир етәкселегендә «доставаловсылар» артиллерия ярҙамында атыу ҡоралы һәм миномет батареяһы менән һөжүмде кире ҡағыуға өлгәшкән.