

Республиканың Октябрьский ҡалаһында бәхетһеҙ осраҡ теркәлде. Каратэ буйынса спорт секцияһында шөғөлләнеүсе 14 йәшлек малай күнекмә ваҡытында ҡапыл аңын юғалтҡан. Урынға тиҙ арала “Ашығыс ярҙам” саҡыртыла. Тик килеп еткән табиптар үҫмерҙең үлемен генә теркәй.
Әлеге ваҡытта хоҡуҡ һаҡсылары был хәлде төрлө яҡлап тикшерә. Суд-медицина экспертизаһы уның ни сәбәпле үлгәнен асыҡларға тейеш.
Үҫмерҙең ғаиләһенең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Фото: "Моя Уфа" порталы.