Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
4 Октябрь 2022, 14:50

Шатлыҡтың да ниндәйе!

Әбйәлил районында йәшәгән Илүзә Мөхәмәҙиеваның бер юлы ике улы ла Украинанан ҡайтҡан

Шатлыҡтың да ниндәйе!
Шатлыҡтың да ниндәйе!

Социаль селтәрҙә Әлиә Айсыуаҡова үҙенең ҡыуанысы менән уртаҡлашып, түбәндәге яҙыуҙы ҡалдырған:

"Минең әсәйем - бөгөн иң бәхетле кеше. Бер юлы ике улы Украинала барған махсус хәрби операциялан ҡайтты"

Әбйәлил районының Яңы Балапан ауылының бер туған - Артур һәм Азамат Юлай улы Мөхәмәҙиевтар улар!

Иҫән-һау ҡайтыуҙары менән егеттәрҙе! Улын мобилизацияға оҙатҡан һәр әсәгә ошо бәхетте кисерергә яҙһын! 

 

 

Автор:Карима Усманова.
 
https://bashgazet.ru/articles/geroy-ar-d-ere/2022-10-04/shatly-ty-da-nind-ye-2976267
Автор:
Читайте нас: