Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
4 Октябрь 2022, 14:43

Рәсәй банкы Өфөнөң 450 йыллығы уңайынан иҫтәлекле тәңкәләр сығарырға йыйына

/

Рәсәй банкы Өфөнөң 450 йыллығы уңайынан иҫтәлекле тәңкәләр сығарырға йыйына
Рәсәй банкы Өфөнөң 450 йыллығы уңайынан иҫтәлекле тәңкәләр сығарырға йыйына

Рәсәй банкы Өфөгә нигеҙ һалыныуға 450 йыл тулыу айҡанлы иҫтәлекле тәңкәләр сығарырға йыйына. Был хаҡта «Минең Өфөм» телеграм-каналында хәбәр ителә.

Баш ҡалабыҙҙың күркәм урындарын һайлау буйынса тауыш биреү башланған. Бәлки, шуларҙың береһе иҫтәлекле тәңкәләрҙең береһен биҙәр.

Тәҡдим ителгән варианттар араһында — Өфө кремле, Беренсе йәмиғ мәсете, Мостай Кәрим һәйкәле, «Ете ҡыҙ» фонтаны, Дуҫлыҡ монументы, Александр Матросов һәйкәле, Салауат Юлаев һәйкәле, шулай уҡ Өфө гербтары.

Ошо варианттарҙың береһен «Бәйләнештә» һайларға мөмкин. Бынан тыш, комментарийҙарҙа үҙ вариантыңды яҙырға була.

 

Автор:Вероника Никитина.
 
https://bash.bashinform.ru/news/social/2022-10-04/r-s-y-banky-f-n-450-yylly-y-u-ayynan-i-t-lekle-t-k-l-r-sy-aryr-a-yyyyna-2976153
Автор:
Читайте нас: